«ЮНАРМИЯ» йәштәрҙе йыя

«ЮНАРМИЯ» йәштәрҙе йыя

Сибай ҡалаһында “Юнармия” патриотик хәрәкәте 2016 йылда барлыҡҡа килә. Иң тәүҙә ул үҙ эсенә 44 йәш ағзаны алһа, бөгөн уларҙың һаны 300-ҙән ашыу. Хәрәкәт башлығы Илһам Мөхәрәм улы Ҡансурин әйтеп үтеүенсә, улар был һанды миллионға еткереү маҡсаты менән янып йәшәй.
Бөгөн дә “Юнармия” Сибай ҡалаһы музейында үткән сарала йәш ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе үҙ сафына алды. Мостафин Данил патриотик хәрәкәттең антын уҡып ишеттергәс, яңы ағзаларға значоктар һәм китаптар тапшырылды.
Артабан байрам уңайынан Сибай ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбенән 10 уҡыусы коммунистар партияһының комсомол рәтенә ҡушылды. Партияның өлкән ағзалары уларҙы һәр ваҡыт алда булырға, тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә һәм киләсәккә юғары маҡсаттар ҡуйырға саҡырҙы.
Шулай уҡ Тимур Мөхәмәтҡужин менән Илнур Рәсүлев коммунистар партияһына ҡабул ителде. Партия билеттарын ҡулдарына алғандан һуң, яңы ағзалар тыуған ил өсөн тоғро хеҙмәт итергә, халҡыбыҙ йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә һүҙ бирҙе.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА («Атайсал» гәзите)

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.

Этот сайт использует Akismet для борьбы со спамом. Узнайте как обрабатываются ваши данные комментариев.