Ғәҙел бүләк Һеҙ халкыма!

Ғәҙел бүләк Һеҙ халкыма!

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында билдәле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, беҙҙең яҡташыбыҙ Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғәрипова менән осрашыу кисәһе үтте.


Йәмле сараға Сибай институты һәм Сибай педагогик колледжының студенттары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, уҡытыусылар, әҙибәнең ижадын күҙәтеп барған сибайлылар ҙа ҡатнашты. Ҡалабыҙҙың үҙәкләштерелгән китапхана селтәренең тыуған яҡты өйрәнеү модель китапхананың белгестәре Рәйсә Зәкир ҡыҙы Кунаева һәм Венера Мазһар ҡыҙы Ҡунаҡҡулова Мостай Кәримдең тыуыуының 100-йыллығына арналған һәм Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының ижадын яҡтыртҡан китаптар күргәҙмәһен ойошторҙолар.
Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Рәшит улы Солтангәрәев ҡунаҡтарҙы тәбрикләп үтте, ижади уңыштар теләне. Сара дауамында сәнғәт һәм музыка балалар мәктәптәренең, урта махсус музыкаль колледж уҡыусыларының моңло көйҙәрен, шаян бейеүҙәрен бүләк итте.
Ҡунаҡтар алдында хәтирәләре менән ҡоролтай ағзаһыТаңһылыу Фәтих ҡыҙы Ғәйнуллина, башҡорт дәүләт драма театрының режиссеры Дамир Мәзит улы Ғәлимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Сибай ҡалаһының театр-концерт берекмәһенең режиссеры Минзәлә Марат ҡыҙы Ҡотошева, Сибай ҡалаһында йәшәүсе Вәлимә Хәсән ҡыҙы Әхмәтвәлиева уртаҡлаштылар.
Кисә барышында музей ойошторған «Мостай беҙҙең арала» фотоконкурсының йомғаҡлауы үтте, еңеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырылды.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован.

Этот сайт использует Akismet для борьбы со спамом. Узнайте как обрабатываются ваши данные комментариев.