«Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии»

27 май Сибай ҡалаһы музейында матур сара, данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына арналған «Шаймуратовцы – воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии» китабының исем туйы үтте.
Китап — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең берҙәм эш һөҙөмтәһе.
Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында хеҙмәт иткән яугирҙар тураһында 2700 тирәһе биографик белешмә һәм 200-ҙән ашыу фотоһүрәт тупланған.
Сарала «Шайморатов вариҫтары»халыҡ проектының төп ойоштороусылары А.Ш. Ярмуллин, Башҡортостан Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының бүлек начальнигы, Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайының исполком ағзаһы, проектың координаторы һәм инициаторы; Г.В.Аҡназарова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, проекттың координаторы; Р.Ә. Хәмитов, Башҡортостан Республикаһы башлығының ҡәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Башнедра» тау-геология мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы; Х.Ю. Рәхмәтуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ағҙаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы;
Г.Ә. Ишемғолова, Сибай ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары; И.М. Сафин, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы һәм дә тарихсылар, туған яҡты өйрәнеүселәр, данлыҡлы яугирҙарҙың вариҫтары ҡатнаштылар.
Саҡырылған ҡ унаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр, китап һәм маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Этот сайт использует Akismet для борьбы со спамом. Узнайте, как обрабатываются ваши данные комментариев.