Рәзилә Ишбулды ҡыҙы Баймаҡ районының Йәнегет ауылында 1976 йылдың 24 апрелендә донъяға килә. Ауылында башланғыс, Сибай интернат-мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, Сибай педагогик колледжын, артабан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһын тамамлай. Хеҙмәт юлын республикабыҙҙағы «Һәнәк» сатирик журналының редакцияһында өлкән мөхәррир булып башлай һәм хаттар һәм фельетондар бүлеге мөдиренә тиклем үҫә.
Китаптар авторы, «Илһам шишмәләре» поэзия фестиваленең ике тапҡыр лауреаты ла. 2002 йылдан алып, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы журналистар союзы сафында, 2017 йылдан – республиканың һәм Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы. 2015 йылда, “Күк йөҙөндәй зәңгәр күҙҙәр” исемле повесы менән республика башлығы Гранты лауреаты булды.
2017 йылдың көҙөнән Рәзилә Ишбулды ҡыҙы – Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында ғилми хеҙмәткәр. Ижади, ғилми эҙләнеүҙәр аша, быйыл, август айында уның «Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә» тигән китабы донъя күрҙе. Ул баҫма башҡорт сәнғәтенең йондоҙо, билдәле башҡорт балеринаһы, профессор Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 95 йыллығына арналған.
Кесаҙна көнө, 13 декабрь, 15-00 сәғәттә, һеҙҙе китаптың исем туйына көтәбеҙ!