myzey_logo

Камил Вәлиев исемендәге сәнғәт колледжы залында мәҙәниәт хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте

Уҡытыусылар,  урта махсус белем биреү колледж уҡыусылары һәм сәнғәт колледж студенттары, уҡытыусылары менән берлектә әҙерләнгән концерт номерҙары менән аралаш ҡотлау һүҙҙәрен социаль эштәр буйынса ҡала хакимиәте урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова, мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Гөлиә Нәҙерғолова, «Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмғиәтенең башҡарма комитеты ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Урал Аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин, мәҙәниәт идаралығының профсоюз рәйесе Сажиҙә Ғәниева еткерҙеләр, теләктәр әйттеләр.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамоталары менән йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо үҫтереү, башҡорт халҡының йолаларын һаҡлау, тергеҙеү һәм пропагандалау эшен әүҙем алып барғаны өсөн балалар музыкаль мәктәбенең уҡытыусыһы Ләйсән Таштимерова һәм балалар сәнғәт мәктәбенең уҡытыусыһы Булат Заһиҙуллин бүләкләнде.
Хәлил Юлай улы Урал аръяғы һәм республика мәҙәниәте өсөн сәнғәт колледжының эшмәкәрлеген телгә алып үтте Диля Фаттахова , сөнки хореография, театраль эш, фольклор буйынса һ.б. ижади һөнәрҙәргә бында студенттарҙы етди өйрәтәләр, ижади тормоштарына йүнәлеш бирәләр.

Йәмле сарала музей хеҙмәткәрҙәрен дә бүләкләп үттеләр.
Ҡала хакимиәте башлығы исеменән почет грамота менән музей хеҙмәткәре Илюзә Әхмәтова, мәҙәниәт идаралығы почет грамотаһы менән ғилми хеҙмәткәр Разалия Теүәлбаева,
мәҙәниәт идаралығының рәхмәт хаты менән хеҙмәткәр
Илүзә Йәрмөхәмәтова бүләкләнде.
Ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы республика профсоюз комитеты рәйесе Александр Кузьменко исеменән
рәхмәт хаты менән наградланды.

Колледж залында «Мәҙәниәт берләштерә» исемле фотокүргәҙмә ойошторолдо.

Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Артабан да хөрмәт-ҡаҙаныштарға күмелеп, мәҙәниәткә,сәнғәткә намыҫлы хеҙмәт итегеҙ!