Хөрмәтле сибайлылар, ҡала ҡунаҡтары, милләттәштәр!
Һеҙҙе ихлас күңелдән Республика көнө менән ҡотлайбыҙ! Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, алға тик яҡшы күрһәткестәр менән барһын! Илебеҙҙең яңы тарих биттәрен өйрәнеүгә , һаҡлауға, популярлаштырыуға, үҙ өлөшөбөҙҙе индерәйек! Ғаиләгеҙгә — именлек, тыныслыҡ, үҫеш, барығыҙға ла – ҡоростай һаулыҡ, рух ныҡлығы, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Ҡотлау менән, Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре