myzey_logo
vmyzey_logo
Купить билет

Тик телде һин ҡуллана бел, шул саҡ тыуыр М ө ғ ж и з ә !

Күп нәмә үҙебеҙҙән тора. Ғаиләнән, минән, һинән, -тип әйтһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ!
20 февраль ҡала музейы һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә бик матур, йәнле интерактив форматта дискуссия майҙансығы эшләне. 5 спикер ҙа һынатманы, бәхәсле һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, төплө яуаптар бирҙеләр. Студенттар ҙа тырышты, үҙ ҡаҙаныштары менән таныштырҙы, уңыштары менән уртаҡлашты!
Әммә, билдәле ғалимыбыҙ Сәфәрғәли Искәндәр улы биргән викторина һорауҙарына яуап әйтә алманылар. Тимәк, һүҙ байлығыбыҙ кәмей бара…
Уразбахтиндар ғаиләһе бөтөнләй телевизорһыҙ йәшәй: информацион сүп-сарҙан бик яҡшы сара ул, уйлап ҡараһаң.
8-се мәктәп директоры Иҙел Әхәт улы Асмандиров та халҡыбыҙ аҡсалы, бай булһа, рухи ҡиммәттәр һәм башҡаһын да булдырыр, һаҡлап, ҡурсалап алыр ине, тигән фекерҙә.
3 бала әсәһе Лилиә Әҙелбаева, эштән буш ваҡытта, башҡорт уйынсыҡтарын-ҡурсаҡтар эшләй! Бик матурҙар, йор һүҙле ҡурсаҡтар бит әле!
Таһир Вилюр улы һәм Морат Мөхтәр улы балалары менән өйҙә саф башҡортса һөйләшәләр! Ә Виктор Тюрин башҡортса йырҙар йырларға ярата! Шулай!
Бөгөн сарала 5 спикер ихлас ҡатнашты:Сәфәрғәле Йәнтурин, Таһир Мәүлетов, Лилиә Әҙелбаева, Алик Уразбахтин, Морат Малабаев. БДУ-ның Сибай институты, педагогик, медицина, сәнғәт, күп тармаҡлы профессиональ, төҙөлөш һәм сервис колледждары студенттарына ла һорауҙар булды, фекерҙәрен еткерә белделәр.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы башҡорт драма театры артистары ҡатнашлығында төшөрөлгән ролик та, Сибай халҡынан һорауҙарға яуап алыу ҙа, ҡалабыҙҙа билдәле булған Виктор Николай улы Тюриндан да килгән башҡорт телендә ихлас сәләмдәр залда ултырыусыларға ныҡ тәъҫир итте.
Мансур Зиннәт улы манҡортлоҡ тураһында шиғырын уҡып үтте,Таһир Вилюр улы — ҡурайҙа, Лилиә Әлфир ҡыҙы — «Бөрйән ҡыҙҙарын» бейеп, Йәнтуриндар ғаиләһе ҡурай тартып, «Төйәләҫ» башҡорт халыҡ йырын башҡарып, йәнле ял, музыкаль минуттарын бүләк иттеләр!
Вилюр Зиннәт улының шиғырының исеме «Тел-мөғжизә» интерактив майҙансыҡтын темаһы менән дә ауаздаш!
Тел — мөғжизә!
Тел — уйлата,
Тел — илата,
Йырлата һәм көйләтә.
Тел иҫ киткес бер
мөғжизә —
Тәбиғәтте һөйләтә.
Тел — һөйҙөрә,
Тел — көйҙөрә,
Йөрәккә һала яра.
Тел — ҡылыстан үткерерәк,
Теләһә ташты яра.
Тел — бик татлы,
Йә бик әсе,
Һыймай бер ишеккә лә.
Йә ул ҡылдан нәҙегерәк —
Керә бар тишеккә лә.
Тел — бик йомшаҡ,
Йә ул ҡаты,
Һалҡын боҙҙо иретә.
Тел — туңдыра,
Тел — яндыра —
Ялҡын һалып йөрәккә.
Талаштыра,
Яраштыра,
Йә яраңа тоҙ һибә.
Телдән сыҡҡан
“ Һөйәм! “, — һүҙе,
Һәр кемгә бәхет бирә!
Телдең мөғжизәһе бик күп,
Бирелгән һ и ң ә,
м и ң ә…
Тик телде һин ҡуллана бел,
Шул саҡ тыуыр
М ө ғ ж и з ә !!!