myzey_logo
vmyzey_logo
Купить билет

Хөрмәтле уҡытыусылар, һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, аҡыл менән бәләкәй генә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, шул уҡ ваҡытта көҙҙөң әсе елдәренән, тормоштоң беренсе һалҡын бурандарынан һаҡлаусы һәм оло тормошҡа  тура юл күрһәтеүсе бөйөк һөнәр эйәһе һеҙ. Киләсәк быуынды аң-белемгә әйҙәгән, ауыр һәм үтә яуаплы эшегеҙҙә бары тик уңыштар ғына юлдаш булһын!

Байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғаилә именлеге, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, рухлы һәм рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ!