myzey_logo
vmyzey_logo
Купить билет

Әсә һөйөүенең нуры

Яҡынлашып килгән Әсәләр көнө уңайынан, музейҙа «Әсә һөйөүенең нуры» атамаһы аҫтында бик шәп сара уҙҙы.
Өлкән быуынды ла, йәштәрҙе лә йәлеп иткән был кисәнең төп ҡунаҡтары Сибай ҡалаһының билдәле шәхестәре Айбулат Алик улы Уразбахтин менән Ләйсән Урал ҡыҙы Шәйхитдинова булды.
Ябай эшҡыуар ғына түгел, ә үҙ өҫтөндә ныҡлы эшләгән, философик ҡараштары булған Айбулат Аликович дөйөмләштереп ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урыны, ғаиләләге роле тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Тамашасылар иһә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарына яуап алып бик ҡәнәғәт ҡалды.
Ләйсән Ураловна Сибай ҡалаһының ғына түгел, тирә-яҡ райондарҙан килгән ҡыҙҙарға никах өсөн образ һайларға, шартына килтереп, дини ҡанундарға яраҡлаштырып үҙ студияһында һәр гүзәл затҡа яулыҡ бәйләү хеҙмәтен атҡара. Бөгөнгө сарала ла оҫталыҡ дәресе күрһәтеп, яулыҡ ябынып йөрөүҙең ни тиклем кәрәкле һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың нәфисерәк булып күренеүен инандырҙы.
Матур байрам сараһынан һәр кем мәғлүмәтле булып, күңеленә ял алып ҡайтты.
Өфө дәүләт фән һәм технологиялар университетының Сибай институтының педагогик факультетында белем алыусы 1 курс студенттары һәм кураторы Рәзилә Рәмил ҡыҙы Исхакова, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, ирекмәндәр йәмле сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары булды.

Киләсәктә әсә һөйөүенең нурына ҡойоноп, именлектә үҫһен һәр бала, тип теләге килә.