myzey_logo
vmyzey_logo
Купить билет

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

Хөрмәтле дуҫтар, республикала Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан, 17 – 21 февралдә төрлө акциялар, саралар үтә. Рухлы, йәмле  сараларға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ!

Социаль селтәрҙә, сайтта ҡуйылған мәғлүмәт аҫтына хэштегтар теркәгеҙ: #ҡоролтай #БашҡортТеле #курултай #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #Сибай

ИНФОРМАЦИОН БЕЛЕШМӘ

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар.

Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә.

ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса, 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай.  Был исемлектә башҡорт теле лә бар.

Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә.

Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.

Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 74-се сессияһында ерле халыҡтарҙың телдәренең ун йыллығын иғлан итеү тураһында документ ҡабул ителде. Уға ярашлы, 2022 йылдан 2032 йылға тиклем Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәренең ун йыллығы бара.

Бынан алда, Берләшкән милләттәр ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре йылы тип иғлан иткәйне.

Башҡортостанда 2020 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡорт теле йылы уҙғарылды.

“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!