Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ш. Мәтиновтың 170-йыл тулыуына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

6 июнь тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында, Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте, башҡорт халҡының дин һәм дәүләт эшмәкәре Шаһишариф Мәтиновтың 170-йыл тулыуына арналған түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.

Иҫтәлекле сарала Шаһишәриф Миҙәтғәли улының вариҫтары, туғандары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр — И.Н.Бикмәтов, Ф.З. Хәмитова, С.В.Ишмөхәмәтов, Т.Ф.Ғайнуллина, музей хеҙмәткәрҙәре — Темәс ауылының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының белгесе Р.Р.Әбсәләмова, Баймаҡ ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының бүлеге — Ғата Сөләймәнов музейының белгесе З.С.Бүләкәнова, педагогик хеҙмәт ветераны Д.У.Еникеева, студенттар ҡатнашты.

Ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Сибай ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү ойошмаһының рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, «Бөрйән башҡорттары:Мәтиновтар нәҫеленең тарихы һәм шәжәрәһе» китабының авторы Ф.М.Сөләймәнов ҡатнашыусыларҙы Шаһишариф Мәтиновтың шәжәрәһе, тарихи факттар менән таныштырҙы.

Дилара Урал ҡыҙы Еникеева билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән атаһы Урал Ибраһим улы Газиндың архив, периодик баҫмаларҙа сыҡҡан мәҡәләләргә,мәғлүмәттәргә анализ яһап, 1917-1920 йылдарҙа урындағы халыҡ ер мәсъәләһенә ныҡ иғтибар итеүен бәйән итте, Ибраһим ҡартатайынан атаһы яҙып алған «Ер» бәйетен көйләп күрһәтте. Ул бәйеттең авторы сығышы менән Әхмәр ауылынан булған Мөхәммәт Насыров. Сибай музейының китапханаһына атаһы Урал Ғазиндың 1997 йылда нәшер ителгән «Төрлө йылдар-төрлө уйҙар», «Башҡортостандың Баймаҡ районы башҡорт балалары фольклоры» исемле баҫмаларын бүләк итте.
Шөғәйүп Ғүмәр улы Абдуллин да абруйлы шәхестәрҙең тормош юлын, эшмәкәрлеген өйрәнеүҙе, йәш быуынға еткереүҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Баймаҡ районы ауылдарының тарихын өйрәнгән, китаптар авторы Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов сығышында Мәтиновтар нәҫелен яҡтыртҡан китапты тағы ла яңы мәғлүмәттәр менән тулылаландырып баҫтырыуҙы әйтеп үтте.

Рәүф, Фәрит, Мөрит Мәтиновтар ойоштороусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Сара аҙағында кесе йома сәйен эсеп, туғандары менән хәтирәләр барлап алдылар Мәтиновтар.

Сибай музейы хеҙмәткәрҙәре Урал аръяғы тыуған яҡты өйрәнеүселәренең китаптарынан күргәҙмә әҙерләне.
Ғаилә ептәрен, туғанлыҡты нығытыуҙа шәжәрә өҫтөндә эшләү ҙур көс, ваҡыт, тырышлыҡ талап итә. Әммә, киләсәк быуындар өсөн ул мәртәбәле эш тоташтырыусы, берләштереүсе күпер һымаҡ.
Барыбыҙҙың да нәҫел тамырҙары ныҡ, көслө, бәрәкәтле булһын!

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

Этот сайт использует Akismet для борьбы со спамом. Узнайте, как обрабатываются ваши данные комментариев.